02.04.2011 Өфөгә Сергей Шахрай килде
Рәсәй Иҫәп палатаһы аппараты етәксеһе Сергей Шахрай республикаға килгәнендә Рөстәм Хәмитов менән осрашҡанда, Контроль-иҫәп палатаһының эш һөҙөмтәләре – ул йәмғиәттең үҙенсәлекле рентген һүрәте сағылышы, тине.
Әңгәмә барышында «РФ субъекттарының һәм муниципаль берәмектәрҙең контроль-иҫәп органдарын ойоштороуҙың һәм улар эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында» Федераль закон ҡабул ителеүгә бәйле ревизорҙарҙың эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәр тикшерелде.
Осрашыуҙа бюджет ҡануниәте мәсьәләләре лә тикшерелде.
Яҡын киләсәктә Контроль-иҫәп палатаһының контроль органдары муниципаль райондарҙа ла булдырыласаҡ.