02.04.2011 БУЛАСАҠ ҺАЛДАТТАР, ӘҘЕРҺЕГЕҘМЕ?
1 апрелдән илдә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды.
РФ Оборона министрлығы ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы урынбаҫары, генерал-полковник Василий Смирновтың белдереүенсә, яҙғыһын 200 мең егет (үткән йыл менән сағыштырғанда, 70 меңгә аҙыраҡ) хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Уҙған көҙгө саҡырылышта 270 мең кеше әрме сафына баҫҡан.
Буласаҡ һалдаттарҙың һанын кәметеү призыв континентының сифаты кәмеүе менән бәйле түгел. Хәрбиҙәр контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең иҫәбен 425 мең кешегә еткерергә ниәтләй.
Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә 8100 кеше саҡырыласаҡ.
З. ХӘСӘНОВА.