29.03.2011 Донъя яңылыҡтары
Йылға яры ла түләүле
Ошо көндәрҙә Татарстандың Хөкүмәт йорто алдындағы Азатлыҡ майҙанында 5 меңгә яҡын балыҡсы йыйылды.
ҡармаҡ һалырға яратыусылар балыҡ тотоуҙы түләүле итеүҙе билдәләгән закондар һәм ҡарарҙарҙы юҡҡа сығарыуҙы талап итә.
Татарстан балыҡсылары әйтеүенсә, Волга, Кама кеүек ҙур йылғалар буйында ғына түгел, вағыраҡ һыу ятҡылыҡтарында ла бушлай балыҡ тотоу мөмкинлеге бөтөрөлгән.
Символизм ҡайғыһы юҡ...
26 мартта планетала «Ер сәғәте – 2011» экология акцияһы үтте.
Унда ҡатнашыусылар төрлө илдәрҙә бер сәғәткә электр утын һүндереп торҙо.
Тик был изге ниәтле акцияны ла төрлөсә ҡабул итәләр. Мәҫәлән, Индонезияла электр уты былай ҙа йыш ҡына һүндерелеп тора. Шуға ла халыҡ бындай акцияға кире фекерен белдергән.
Һуғыш тынмай
Ливия етәксеһе Муаммар Каддафиҙың тыуған ҡалаһы Сирт оппозиция вәкилдәре ҡулына төшкән.
Һөҙөмтәлә баш күтәреүселәр илдең көнсығыш өлөшөн контролдә тотһа, Каддафи яҡлылар көнбайышты ҡулына алған.
Сиркәү киләсәкте ҡайғырта
Урыҫтарҙың православие сиркәүе финанс хәле насар булыу сәбәпле аборт эшләтергә йыйынған гүзәл заттарға аҡсалата ярҙам күрһәтеү үҙәген асырға саҡыра.
Сиркәү үҙе үк ҡатындар балаһын үлтермәһен өсөн финанс ярҙамы күрһәтергә әҙер.
Сиркәү әһелдәре билдәләүенсә, ҡатындар ҡарынындағы сабыйының ғүмерен өҙөүгә матди хәле насар булғанлыҡтан ғына бара.
Л. СОЛТАНОВА әҙерләне.