28.03.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм
Ғүмеремде бәҫле итте баламдың бала сағы.
Зөһрә Алтынбаева.
Бала саҡ ул – гонаһһыҙ саҡ, ҡайғыһыҙ саҡ, тыйнаҡһыҙ саҡ.
Тимер Арслан.
Был ғүмерҙең гүзәл осорҙары
– күбәләктәй бала саҡ икән!
Әбүс Ғүмерҙең татлы миҙгеле –
балаларыңдың бала сағы.
Рәшит Шәкүр.
БАҪЫУ
Баҫыу барҙа – йәшәү мәңгелек.
Рауил Бикбаев.
Дала иңдәрендә – иген ҡыры,
Тыуған ерҙең алтын диңгеҙе.
Йәйрәп ятҡан был баҫыуҙар –
илдең
Көс-ҡеүәте, шатлыҡ нигеҙе.
Рәшит Шәкүр.
Бураҙнала – башы тормоштоң.
Рауил Бикбаев.
БАТША
Ғүмер баҡый ҡол булғансы, бер көн батша булыу үҙе ни тора!
Мостай Кәрим.
Батшаларын йәлләмәгән
халыҡ
Башҡаларҙы нисек йәлләһен –
Имамдарҙың башы киҫелгәндә,
ҡыҙғанмайҙар уның сәлләһен.
Мәүлит Ямалетдин.
Яҡшы батша – хыялда, яман батша – ғәмәлдә.
Ғайса Хөсәйенов.
Ил башында әгәр эт ултырһа,
Эт шикелле халыҡ ҡоторор.
Бәндә сире эттекенән яман –
Халыҡ бөлөр, илдә ҡот ҡорор!
Салауат Әбүзәр.
Һин батшаһың икән, үҙ батшалығыңа үҙең хужа бул – һинең өсөн бер кем дә үҙең теләгәнсә хакимлыҡ итмәҫ.
Рәми Ғарипов.
Кемдер яҙа һуңғы аҡылынан,
Ә кемдер бара аҡ юлдан…
Тик донъяла хаким-етәкселәр
Яҙмаһындар ине аҡылдан!
Зөфәр Вәлит.
Хакимдарҙың ниндәй хәжәте бар, сараһыҙҙан бөлгөнлөккә төшкән инсандарын яҡлай алмаһа?!
Абдулхаҡ Игебаев.
ҡурҡаҡ ҡуян ҡулға алһа теҙгенде, ил толпарын бәйге сапмай яндырыр.
Йыһат Солтанов.
Һүҙе булһа, көйө табылыр, иле булһа, бейе табылыр.
Мәүлит Ямалетдин.
БАТЫР
Батырҙы «батыр» тиҙәр –
көсөн күргәс,
оҫтаны «оҫта» тиҙәр,
эшен күргәс.
Аҡмулла.
Рухы менән йөҙ ғазраилдан көслө илен яҡлап ҡалҡҡан бер батыр.
Хәким Ғиләжев.
Нисә быуын был донъяға килеп китһә, шунса кешеләрҙе батырҙар көс-ғәйрәте менән таң ҡалдырған, намыҫлы булырға, ғәҙел булырға, ирек һөйөргә өйрәткән.
Әхмәт Сөләймәнов.
Ил онотмаҫ һеҙҙе, ил хәтерле,
Мәңгелек дан һеҙгә, батырҙар!
ҡадир Даян.
Ахмаҡ батыр – ҡанға батыр,
Аҡыллыһы – яу ҡайтарыр.
Риф Мифтахов.
Данлы исем юҡ ул донъялыҡта илен һаҡлап үлгән геройҙан.
Шәһәрғәзи Ғәбдиев.
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.