26.03.2011 Арҙаҡлы илсегә арналды
Өфөлә билдәле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Рәсәй һәм ислам донъяһы: үҙ-ара цивилизациялы бәйләнеш тарихы һәм перспективаһы» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уның эшендә Әзербайжан, Үзбәкстан, Болгария, Бельгия, Голландия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Франция, АҡШ-тан дипломаттар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, журналистар ҡатнашты. Сараның маҡсаты – Рәсәйҙең ислам донъяһы дәүләттәре менән мөнәсәбәттәрен көйләүҙә тарихи тәжрибәһен өйрәнеү.
Конгресс-холда «Көнсығыштағы беҙҙең ил дипломатияһы», «Күп конфессиялы Рәсәй тарихында һәм мәҙәниәтендә ислам», «Көнбайыш һәм Көнсығышта ислам: цивилизациялар диалогы» темаларына арналған «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәрелде. Кисен конференция ҡунаҡтары Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Нәжиб Асанбаевтың «ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса ҡуйылған театрлаштырылған тамашаны ҡараны.
З. ХӘСӘНОВА.
(Конференция тураһында ентекләберәк гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ).