22.03.2011 Үҫеш программаһы ҡабул ителде
БР Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 17 мартта Башҡортостан Президенты 2011 – 2015 йылдарға республиканың тау-байыҡтырыу комплексын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика башлығына тармаҡ предприятиеларын үҫтереү программаһы тәҡдим ителде. Кәңәшмәлә «Урал тау металлургия компания-холдингы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президенты Искәндәр Мәхмүдов һәм предприятиеның генераль директоры Андрей Козицын ҡатнашты.
Программаға ярашлы, 2015 йылға Башҡортостандың тау сығарыу предприятиеларында руда сығарыу күләме йылына 7,5 миллион тоннанан 10,5 миллион тоннаға тиклем артырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта продукцияның сифатын яҡшыртыу төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Программаны тормошҡа ашырыуға ярашлы, «Урал тау металлургия компания-холдингы» тармаҡҡа биш йыл эсендә 31 миллиард һум инвестиция һалыуҙы планлаштыра.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар «Башҡортостан баҡыр-көкөрт комибинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Сибай филиалының етештереү-хужалыҡ эшмәкәрлеген баһалау тураһындағы мәсьәләне ҡараны. Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса ошо предприятиеларҙағы хәлде ентекле өйрәнеү өсөн эш төркөмө ойошторорға ҡарар ителде.