22.03.2011 Химиктар йыйыласаҡ
Мәскәүҙәге VIII халыҡ-ара химия саммитының пленар ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров доклад менән сығыш яһаны. Вице-премьер төбәктә нефть химияһы продукцияһы етештереү һәм ҡулланыу торошо һәм перспективалары хаҡында һөйләне. Ул Волга буйында нефть химияһы кластеры төҙөргә тәҡдим итте.
– Этилен етештереү өсөн сеймалдың етешмәүе Волга буйы федераль округында нефть химияһы комплексын тулыһынса үҫтереүгә ҡаршылыҡ тыуҙырған төп проблема булып тора, – тине Юрий Пустовгаров. – Уны ташыуҙы Себерҙән тауар үткәргес төҙөп кенә ойошторорға мөмкин. Был, вице-премьер фекеренсә, Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Волга буйы федераль округында нефть химияһын артабан киң күләмдә модернизациялау һәм үҫтереү өсөн ҡеүәтле этәргес буласаҡ.
Мәскәү халыҡ-ара химия саммитында Юрий Пустовгаров 26 – 28 майҙа Башҡортостанда үтәсәк «Ҙур химия» I халыҡ-ара форумы хаҡында һөйләне.
«Башинформ».