19.03.2011 Федерация Советында – Башҡортостандан яңы вәкил
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Анатолий Бондарукты Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы – Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт башҡарма власы органы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
«Селена» төркөмө президенты Анатолий Бондарук 2010 йылдың 6 июленән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһына етәкселек итте. Был ойошманың уставына ярашлы, Анатолий Бондаруктың вәкәләттәрен туҡтатыу һәм Палатаның яңы президентын һайлау тураһындағы ҡарарҙы юғары етәкселек органы – БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы конференцияһы ҡабул итергә тейеш.