19.03.2011 «Ерҙәге йондоҙҙар»ҙың исем туйы үтте
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала журналист, «Кызыл таң» гәзитенең элекке хеҙмәткәре Әнүәр Сөләймәнов уҡыусыларға сираттағы китабын тәҡдим итте. Сараға әҙәбиәт һөйөүселәр, студенттар, уҡытыусылар килде.
Башҡортостандың Бишбүләк районында йәшәүсе Әнүәр Сөләймәновтың тормошонда һуңғы айҙарҙа ике иҫтәлекле ваҡиға булған – Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә уның «Ерҙәге йондоҙҙар» йыйынтығы сыҡҡан һәм «Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» исеме бирелгән. Йыйынтыҡҡа ике республикала йәшәүсе татар милләте вәкилдәре хаҡында яҙылған очерктар, һүрәтләмәләр, әңгәмәләр тупланған. Барлығы 57 шәхес тураһында бай мәғлүмәт алып була. Автор БДУ-ны тамамлағандан һуң ғүмерен журналистикаға бағышлай: тәүҙә тыуған яғында, унан республика гәзиттәрендә эшләй, әле инде тағы ла йәнтөйәгендә ижад итеүсе ҡәләм оҫтаһы ул. Китабының исем туйында йәштәр менән йәнле һөйләшеү ҙә булды, йыр-моң да яңғыраны, БДПУ доценты Ғәлиә Ғәлимова, яҡташы, шағир Хәмит Тәүхетдинов, Сатиғә Шәңгәрәевалар ҙа ҡатнашты.