19.03.2011 Өс һөйләм менән
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың рәсми делегацияһының ҡаҙағстандың Астана ҡалаһына эш сәфәре тамамланды. Өс көн дауам иткән эшлекле осрашыуҙа республика парламенты спикеры ҡаҙағстан Сенаты Рәйесе Касым-Жомарт Токаев менән осрашты. Һөйләшеү барышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе, парламент-ара бәйләнештәрҙе артабан да нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.
21 – 25 мартта Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк. Аҙна дауамында ил парламентында төбәктең социаль-иҡтисади потенциалын һәм инвестицион күркәмлеген күрһәтеүсе күргәҙмә экспозицияһы эшләйәсәк. Программала БР Президенты Рөстәм Хәмитов, республика хөкүмәте ағзалары ҡатнашлығында төбәк презентацияһын үткәреү, республика делегацияһының РФ Дәүләт Думаһы етәкселеге, профилле комитеттар вәкилдәре, федераль парламент депутаттары менән эшлекле осрашыуҙары ҡаралған.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын контролдә тотоуға йүнәлтелгән «Халыҡ контроле» проекты барышында «ҡыҙыу линия» ойошторолдо. Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше ваҡлап һатыу магазиндарында һәм сауҙа селтәрҙәрендә социаль әһәмиәттәге тауарҙарға хаҡтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүе факттары хаҡында хәбәр итә ала. «ҡыҙыу линия» телефондары: 293-05-55, 297-90-90.
21 марттан 29 апрелгә тиклем мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадалары үтәсәк. Башҡортостандан интеллектуаль марафонда 109 уҡыусы ҡатнаша. Еңеүселәр быйылдан башлап юғары уҡыу йортона льготалы ҡабул итеү хоҡуғы биргән олимпиада һөҙөмтәләрен тик бер генә юғары уҡыу йортона тәҡдим итә ала.
Өфөнөң Дим районы поликлиникаһының участка терапевын ете йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Ул мең ярым һумға медицина тикшереүе үткәрмәйенсә һәм диагноз ҡуймайынса «больничный»ҙар биреүҙә ғәйепләнә. Үҙ кеҫәһен анһат юл менән байытҡан хеҙмәткәр иреккә сыҡҡас та өс йыл дауамында һөнәре буйынса эшләй алмаясаҡ.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы «Рәсәйҙең яңы юлдары» проектын тормошҡа ашырыу барышында Өфөләге юлдарҙы реконструкциялауға һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүгә 2011 йылда 795 миллион һум аҡса бүләсәк. Быйыл муниципаль һәм республика бюджеттарынан капитал һалыуҙар менән бергә баш ҡалалағы юлдарҙы реконструкциялауға йәмғеһе миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Бүленгән средстволар һөҙөмтәле файҙаланылһын өсөн халыҡтан юлдар һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүгә заявкалар ҡабул итеү ҙә ойошторолған.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.