15.03.2011 Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре үтә
29 марттан 1 апрелгә тиклем Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәре үтә.
Һәр бер көн айырым темаға бағышланасаҡ. Уларҙа ғилми һәм тикшеренеү эштәре, йәштәрҙе инновацион процесҡа йәлеп итеү, мәшғүллек һәм эшҡыуарлыҡ кеүек көнүҙәк мәсьәләләр күтәреләсәк.
Йәштәр фәне көндәре барышында оҫталыҡ дәрестәре, ғилми-популяр лекциялар, кәңәшмәләр, экскурсиялар ойоштороласаҡ.
С. НИЯЗОВА.