15.03.2011 Һайлау әүҙем үтте
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, республика һайлаусыларының 84,06 проценты тауыш бирергә килгән.
Берҙәм һайлау көнө – 13 мартта республикала 791 һайлау кампанияһы үтте, улар иҫәбенә 53 муниципаль районда – урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына – советтарға һайлауҙар 13 муниципаль районда һәм Мәләүез ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә – урындағы совет депутаттарын өҫтәмә һайлау, бер мандатлы 28-се Отрадовка һайлау округында (Стәрлетамаҡ ҡала округы биләмәһендә), 45-се бер мандатлы Иглин һайлау округында (Иглин, Нуриман, ҡариҙел райондарында) – дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау инде.
Һайлаусылар исемлегендә 1 миллион 200 меңдән ашыу кеше ине. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 7378 депутат мандаты алмаштырыласаҡ.