15.03.2011 Уңыштар бар, әммә эшләйһе эштәр ҙә күп
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары З. Рәхмәтуллина, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты вице-президенты А. Строкин, төрлө министрлыҡ, ведомстволар вәкилдәре, район-ҡалалар хакимиәттәренең йәштәр бүлектәре, спорт комитеты етәкселәре ҡатнашлығында үткән киңәйтелгән коллегия ултырышында йәштәр сәйәсәтенең нисек бойомға ашырылыуы, физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде һәм киләһе осорға был өлкәлә өҫтөнлөклө йүнәлештәр, бурыстар билдәләнеп, етешһеҙлектәр тәнҡитләнде.
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры А. Никерин билдәләүенсә, уҙған йыл министрлыҡ өсөн уңышлы булған. ҡала-райондарҙа, Республика йылына бағышлап, йәштәр, физкультура, спорт саралары уҙғарылған, беҙҙең спортсылар Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа ҙур еңеүҙәр яулаған.
Йәш ғаиләләрҙе торлаҡлы итеү дәүләттең төп бурыстарынан иҫәпләнә. «Торлаҡ» федераль программаһына ҡараған «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү», «2003 – 2010 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы» республика программаһына ярашлы, былтыр 11 876 йәш ғаиләгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелгән (шул иҫәптән 2 171 ғаилә льготалы кредит, 3343 ғаилә торлаҡ алыу (төҙөү) өсөн социаль түләүҙәр, 4760 ғаилә бала тыуған осраҡта кире ҡайтарылмай торған субсидия алған). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яңы ғаилә ҡорғандарҙың торлаҡ проблемаһы киҫкен ҡала. Республикала бөгөн 28 440 йәш ғаилә (35 йәшкә тиклем) торлаҡ алыуға дәүләт ярҙамына мохтаж.
Йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү механизмдарын камиллаштырыу, торлаҡ программаларын финанслауҙың күләмен арттырыу сараларын күреүгә, индивидуаль торлаҡ төҙөүҙе тәьмин итеү маҡсатында торлаҡ инфраструктураһын үҫтереүгә шарттар булдырыуға булышлыҡ итеүгә төп иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк, тип иҫәпләй министр. Әле был йүнәлештә 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән махсус программа проекты тикшерелә. Йәш ғаиләләрҙе торлаҡлы итеүҙә айырыуса Октябрьский, Туймазы райондары хакимиәттәре әүҙем эшләй. Йәштәргә субсидиялар өсөн бирелгән аҡса Әлшәй, Мәсетле, Бөрйән райондарының йәштәр бүлектәре тарафынан ваҡытында файҙаланмауы ла тәнҡитләнде. ҡасандыр онотолоп барған студент отрядтарын тергеҙеү, уның үҫеше буйынса ла һуңғы йылдарҙа ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.
Спорт резервын, Олимпия хәрәкәтен үҫтереүҙә киләсәктә физкультура-спорт өлкәһендә 360 объектты реконструкциялау һәм төҙөү планлаштырыла. Ә Өфөлә быйыл федераль кимәлдәге Паралимпия үҙәге төҙөлә башлаясаҡ. Күп халыҡ-ара бәйгеләрҙең баш ҡалабыҙҙа үткәрелеүе лә беҙҙең республиканың сит даирәләрҙә спорт йәһәтенән танылыуын күрһәтә. Быйыл волейбол буйынса халыҡ-ара матч, халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы, ат спорты буйынса Европа чемпионаты үтәсәк. 2013 йылда Башҡортостанға йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәреү хоҡуғы бирелгән.