RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәхилә түбәһе

12.03.2011 Рәхилә түбәһе

Рәхилә түбәһеБеҙҙең яҡтарҙа тәбиғәт бигерәк матур. ҡуйы урмандары, сылтырап аҡҡан шишмә-йылғалары, көҙгөләй күлдәре, ғорур тауҙары һәр ҡайһыһы үҙенең тарихын һаҡлай. Минең өләсәйем күрше ауылда ғына йәшәй. Ял көндәрендә, каникул етһә, ҡәҙерле кешем янына ашығам. Ул беҙҙе һәр ваҡыт ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Миңә бигерәк тә өләсәйемдең тәмле сәй артында тыуған яҡтар тураһында һөйләгән хәтирәләре, ер-һыу атамаларының легендалары оҡшай. Бигерәк тә «Рәхилә түбәһе» легендаһы күңелемә яҡын һәм яратҡан «Йәшлек» гәзитендә иғлан ителгән конкурсҡа ошо легенданы тәҡдим итәм.
Рәхилә инәй революцияға тиклем бер байҙың берҙән-бер ҡыҙы булған. Ата-әсәһе тирә-яҡта уҡымышлылығы, кешелеклелеге ме­нән дан тотҡан. Рәхилә инәйҙе лә Ғәрәбстанда уҡытҡандар. Бөтә ғаиләләре менән ике тапҡыр хажға ла барып ҡайтҡандар. Ата-әсәһе гүр эйәһе булғас, бар мөлкәткә Рәхилә инәй хужа булып ҡалған. Уның бер ваҡытта ла ғаиләһе лә, балалары ла булмаған.
«Ил байлығы илгә китһен, миңә ул тиклем нимәгә кәрәк», – тип, йыл һайын һабантуйҙар үткәргән, еңеүселәргә мул бүләктәр тарат­ҡан, ҙур ҡор йыйып, ярлы-ябағаны һыйлар булған. Ололар һөйләүенсә, был байрам йыл һайын Ишмәкәй ауылынан алыҫ түгел бер түбәлә үткәрелгән. Ошо түбәне бар тирә-яҡ ауылдар «Рәхилә түбәһе» тип йөрөтөр булған. Хәҙер ул урында Ишмәкәй ауылының фермаһы ултыра, ә түбәнең исеме онотолоп та бөткән. Рәхилә инәй үткәргән һуңғы һабантуйҙы бик оло йәштәгеләр генә хәтерләй. 1919 йылда була был хәл. Ат еткән ергә ат ебәреп, хат еткән ергә хат ебәреп, тирә-яҡтан бик күп халыҡ йыйылған. Бар халыҡҡа етерлек табын әҙерләнгән. Ат сабышы, һырғауылға менеп бүләк алыу, көрәш, һикереү, йүгереү һәм әллә күпме башҡа төрлө ярыш ойошторолған. Бүләктәре лә бик бай булған Рәхилә инәйҙең. Еңеүсе көрәшсегә тоҡом аты биргән. Ул Көҙөй ауылынан 15 йәшлек Буранбай батыр булған. Ат сабышында еңеүсе Байрамғолдан килгән алты йәшлек Шәйхетдин Зәйнетдиновҡа ҡолонло бейә бүләк иткән. Бик оҙаҡ йылдар халыҡ Сабирйән тигән мәргән егет тураһында һөйләп йөрөгән. Уға йөҙөк аша уҡ атыу ярышында еңгәне өсөн өйөр айғыры менән ике бейә бүләк иткәндәр. Рәхилә инәй ҡурайсыларҙы ла, йырсы­лар­ҙы ла, бейеүселәрҙе лә буш итмәгән, уларҙың һәр береһенә берәр һыйыр биргән, тиҙәр.
Шул һабантуйҙан һуң, күп тә үтмәй, ул өсөнсө тапҡыр хажға барып ҡайтыу ниәте менән юлға сыҡҡан. Тик көтөү-көтөү мал эйәрткән, байлыҡ тейәлгән каруан юлбаҫарҙарға осрай һәм талана. Ялсыларының күбеһе үлтерелә, ҡыуып алып кителә. Рәхилә инәйҙең башына ҡамсы эләгеп, иҫен юғалта һәм ул үлектәр араһында ятып ҡала...

Рәсилә ҒАРИПОВА,
8-се синыф уҡыусыһы.

Учалы районы,
Ураҙ лицейы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә