12.03.2011 Власта ҡатын-ҡыҙҙар артасаҡ
Ағымдағы йылда республика район хакимиәттәре башлыҡтары араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа буласаҡ.
«Рәсәй» каналына биргән интервьюһында БР Президенты Рөстәм Хәмитов нәҡ шулай тип белдерҙе. Ғөмүмән, дәүләт һәм муниципаль органдарҙа етәксе гүзәл заттың күбәйеүе күҙаллана. Республика башлығы уларҙы ҡала мэрҙары араһында ла күрергә теләй. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың власҡа килеүе ир-атты ситләтеү түгел, ә сәбәп бары тик төбәктә дәрте ташып торған, етәкселектә эшләй алыусы, ышаныслы ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә барыуында.