08.03.2011 Һәр әсә бәхеткә лайыҡ
Ноябрҙә Өфөлә Волга буйы федераль округының әсәләр форумы үтәсәк
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан «Башинформ» агентлығында әсә, бала, ғаилә мәсьәләләренә ҡағылышлы һөйләшеү ойошторолдо. Брифинг күптән түгел Ульяновскиҙа үткән «Рәсәй – бәхетле күп балалы ғаиләләр территорияһы» IV Бөтә Рәсәй әсәләр форумы һөҙөмтәләренә арналғайны. Илдең утыҙлаған төбәгенән 1200-ләп вәкил саҡырылған әлеге сарала беҙҙән Башҡортостан Республикаһы Президентының тормош иптәше Гөлшат Хәмитова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Өфө ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы етәксеһе Милана Скоробогатова, баш ҡаланың «Әсә йөрәге» әсәләр советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова һәм күп балалы әсә, «Ата-әсәлек» ордены менән бүләкләнеүсе Зилә Мотаһарова ҡатнашты.
Форумда ғаилә, бала, әсә проблемалары күтәрелгән, резолюция ҡабул ителгән. Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан вәкилдәре балаға йәш ярымға тиклем түләнгән пособиены өс йәшкә тиклем оҙайтыу, ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындарға бер тапҡыр түләнгән пособиеларҙы арттырыу тураһында ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән сығыш яһаған. Бала ҡараған осорҙоң дүрт йыл ярымын пенсия стажына индереү, инвалид бала тәрбиәләүселәргә социаль хеҙмәткәр статусы биреү кеүек тәҡдимдәр ҙә хуплау тапҡан. Быларҙан тыш, эшлекле ҡатын-ҡыҙ һәм ғаилә, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары, күп ҡатынлылыҡ проблемалары тураһында ла ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғыраған.
Форумда ҡатнашыусы күп балалы әсәләрҙе зал аяҡ өҫтө алҡышлаған. «Әсә» халыҡ-ара ижтимағи хәйриә фонды күп балалы әсәләргә бүләктәр тапшырған. Сара барышында «Әсә – эшлекле ҡатын-ҡыҙ», «Йәштәр һәм никах», «Илебеҙҙә ярлы балалар булырға тейеш түгел», «Балалар тәрбиәләүҙә ҡатын-ҡыҙҙың роле» кеүек темаларға «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәрелгән. Уникаль ҡатын-ҡыҙҙар араһынан ун һигеҙ бала табып тәрбиәләгән әсә, Һамар өлкәһенән 28 баланы тәрбиәгә алған ғаилә лә сараның лайыҡлы вәкилдәре булған. Ә Учалы районынан күп балалы әсә – Зилә Мотаһарованы Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡабул итеүгә саҡырған. Яҡташыбыҙ дәүләт башлығы менән бөгөн осраша.
Үкенескә күрә, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр дәүләт тарафынан тейешле ярҙам тоймай, ти «Әсә йөрәге» әсәләр советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова. Уның фекеренсә, ғаиләләр бигерәк тә психологик, юридик ярҙамға мохтаж.
Ә әлеге һөйләшеүҙә ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһында фекер алышыу ҙа булды. Гүзәл зат үҙ ғаиләһендә, эргәһендә ире булғанда бәхетле. Көслө заттың йүнле эше булырға тейеш булһа, ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡларға бурыслы, тине ҡунаҡтар. Һөйләшеү аҙағында улар республикабыҙҙың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән ҡотланы. Әйткәндәй, ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа Волга буйы федераль округының әсәләр форумын үткәреү ҡаралған.