RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гүзәл затты нимә борсой?

08.03.2011 Гүзәл затты нимә борсой?

Түбәнге Новгородта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота бер төркөм күп балалы әсә менән осрашты.
Сараны асып, тулы хоҡуҡлы вәкил: «Дәүләттең һәм йәмғиәттең үҫеше өсөн күп балалы ғаиләләр тәжрибәһе – иң ҙур ҡиммәт. Шунлыҡтан уны өйрәнергә һәм бындай ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк», – тине.
Йәнле осрашыу барышында әсәләр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләргә туҡталды, уларҙы хәл итеү юлдарын барланы. Мәҫәлән, Пермь крайынан Светлана Окулова, тәрбиәгә бала алыусылар менән килешеүҙәр формаһына ҡайтанан әйләнеп ҡайтырға кәрәк, тип иҫәпләһә, Һарытау өлкәһенән Татьяна Смирнова «әсәлек капиталы»н файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы федераль кимәлдә ҡарарға тәҡдим итте. Сөнки ғаиләләр дәүләттең был ярҙамын файҙаланғанда төрлө проблемаларға юлыға икән. Йәнә пособиеның балаға йәш ярым тулғансы түләнеүенә, ә балалар баҡсаһына ике йәштән һуң ғына урынлашып булыуына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә булды. Әсәләр пособие түләүҙе өс йәшкә тиклем оҙайтыуҙы үтенде.
Әйткәндәй, күптән түгел үткән Бөтә Рәсәй әсәйҙәр форумында Волга буйы федераль округында ғаилә советы булдырыу тураһында тәҡдим индерелгән. Григорий Рапота власть менән ғаиләнең осрашыу майҙаны булыр тип күҙалланған идеяны хуплауын белдер­ҙе.
Григорий Рапота, һөйләшеүгә йомғаҡ яһап, ҡыҙыҡлы һәм урынлы тәҡдимдәр өсөн ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе, киләсәктә ошондай осрашыуҙарға атайҙар­ҙы ла саҡырырға кәрәклеген хәбәр итте. Уның фекеренсә, тәрбиә тураһында фекер алышҡанда атайҙар­һыҙ һөйләшеү килешмәй. Сара һуңында Григорий Рапота, әсәләрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләп, матур теләктәрен еткерҙе.

Р. ИШБИРҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә