28.08.2010 Былтырғы насар уңыш быйыл «тырнаҡ»тарын күрһәтә
Өфөнөң Үҙәк баҙарында, һәр ваҡыттағыса, халыҡ күп. Шаулашып та алалар, берәүҙәре, тыныс ҡына кәрәкле тауарын алып, ары юлланһа, икенселәре, һатыулашып, хаҡты төшөрөргә тырыша. Һәр нәмәгә хаҡ күтәрелгәндә, нисек аҡса еткермәк кәрәк? Аҡыллыраҡтар, тәүҙә баҙарҙы байҡап сығып, иң арзан тауарҙы эҙләй. Картуф, мәҫәлән, бер урында 35 һумға һатылһа, икенсе ерҙә хатта 20 һумға ла табырға була. Иттең хаҡы ла төрлөсә. Әммә 150 һумдан төшкәне юҡ, ә бит ауылда һаман да арзан ғына хаҡҡа мал йыйыу дауам итә.
Ғөмүмән, хаҡтар һатып алыусыны ҡыуандырырлыҡ түгел. Айырыуса ҡарабойҙай ярмаһы менән булған хәл аптырата. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә был ярмаға хаҡ 80 һумға тиклем барып еткән. Күптән түгел генә уның 20 – 30 һум тороуын иҫәпкә алһаң һәм статистикаға күҙ һалһаң, 2009 йылдың декабренән авгусҡаса уның хаҡы 62 процентҡа артҡан. Яуаплы кешеләр быны насар уңыш йыйып алыныуы менән аңлата, әммә быйылғы түгел, ә былтырғыһы менән. Йылына Рәсәйҙә йәшәүселәргә генә 700 мең тонна ярма кәрәк, ә былтыр 560 мең тонна ғына уңыш йыйылған. Ошо дефицит хаҡ артыуына килтергән дә инде. Яҡын арала ҡарабойҙайҙың арзанайыуын көтөү урынһыҙ, бәлки, яҙға ҡарай хаҡтар төшөр. Тиҙҙән илдең ҡарабойҙай үҫтереүсе төп төбәге Алтай крайында уңыш өлгөрәсәк. Шулай уҡ ҡытайҙан да ярма көтөлә. Был хаҡтарҙы төшөрөүгә булышлыҡ итәсәк.
Владимир Путиндың игенде экспортлауҙы тыйыуы донъя баҙарында Рәсәйҙең позицияһын бер аҙ ҡаҡшатһа ла, ил эсендәге хәлде көйгә һалырға, хаҡтарҙың һәм һатыусыларҙың артыҡ шашыныуына ирек бирмәҫкә тейеш.
Ә әлегә һеҙҙе Үҙәк баҙарҙа 27 авгусҡа 1 кг аҙыҡ-түлеккә хаҡтар (һумда) менән таныштырабыҙ.
ҡарабойҙай 61
Дөгө 38 – 41
Тары 20
Һыйыр ите 160 – 170
Юғары сортлы он (10 кг) 190
Шәкәр 38 – 42
Башлы һуған 25 – 30
ҡыяр 40
Помидор 30 – 40
Кишер 35 – 45
Һарымһаҡ 250
Кәбеҫтә 30
Картуф 25 – 35
ҡауын 45
ҡарбуз 13 – 14
Йүкә балы 600
Кәзә һөтө (1,5 л) 100
ҡаймаҡ (0,7 л) 100 – 120
1 тиҫтә йомортҡа 17 – 28
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.