05.03.2011 Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә иң яҡшы бүләк – «Әсәлек даны» миҙалы
Өфөлә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан юғары дәүләт наградаһын биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 72 ҡатын алды. Миҙалды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тапшырҙы.
Яңы ғына «Әсәлек даны» миҙалын алған Йылайыр районынан Альпике Бочинская, вице-премьерҙың күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү тураһындағы һүҙҙәре менән тулыһынса килешеп, беҙҙең кеүектәр бик аҙ, бәлки, дәүләт ярҙамы йәш ғаиләләрҙе бер йәки ике түгел, ә биш һәм унан да күберәк бала табыуға этәрер, тине.
Уның яҡташы – Һабыр ауылынан ете бала тәрбиәләүсе, шуларҙың береһен уллыҡҡа алған Рәүилә Теүәлбаева ла: «Беҙ яҡшы, иркен йәшәйбеҙ, өйҙә бөтә уңайлыҡтар ҙа бар: газ, һыу, ауылда – балалар баҡсаһы, мәктәп. Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, мин – магазинда, ул – ауылдағы урман хужалығында. Балалар беҙҙең өсөн йөк түгел, бәхет, улар күп булған һайын бәхет тә күберәк – беҙҙең ғаиләләрҙә шулай һалынған. Ирем дә, үҙем дә күп балалы ғаиләләрҙә тыуғанбыҙ», – тип йылмая.
Бүләкләү тантанаһын йомғаҡлап, Фидус Ямалетдинов күп балалы әсәләрҙең барыһын да етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы, уларға ауыр, әммә изге хеҙмәте – балалар тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәтен еткерҙе, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.