01.03.2011 Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре үтәсәк
29 марттан 1 апрелгә тиклем Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре үтәсәк. Республика Хөкүмәте бойороғо менән вице-премьер Зөһрә Рәхмәтуллина рәйеслегендә ойоштороу комитетының составы раҫланды.
Дүрт көндөң һәр береһе айырым тематикаға арналасаҡ. Йәштәр фәне көндәре йәштәрҙең фәндәге көнүҙәк проблемаларына – фәнни һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә, йәштәрҙе инновация процесына йәлеп итеүгә, мәшғүллек һәм эшҡыуарлыҡҡа иғтибар бирәсәк.
Бынан тыш, Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә мастер-кластар, фәнни-популяр лекциялар, республиканың юғары уҡыу йорттары конференциялары, экскурсиялар ойоштороласаҡ.