01.03.2011 Чехтар һәм венгрҙар беҙҙең төҙөлөш проекттарында ҡатнашасаҡ
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында Чехия һәм Венгрия Республикаларының төҙөлөш компаниялары вәкилдәре менән осрашыу үтте.
Чехияның «OHL ZS» акционерҙар йәмғиәте тимер юл, трамвай, автотранспорт, ер өҫтө һәм ер аҫты төҙөлөшө, һыу таҙартыу, сүп-сар яндырыу, спорт ҡоролмаларын төҙөү буйынса махсуслашҡан. Был предприятие һәм «ЗападВостокИнвест» венгр компанияһы Башҡортостанда ҙур инвестицион төҙөлөш һәм сәнәғәт проекттарында ҡатнашасаҡ.