01.03.2011 Парламент-ара бәйләнештәр нығына
Удмуртия һәм Башҡортостан парламенттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Уға күрше республиканың Дәүләт Советы Рәйесе А. Соловьев менән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай рәйесе К. Толкачев ҡул ҡуйҙы. Килешеү парламент-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә һәм нығытыуға, закондар сығарыу эшмәкәрлегендә тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ документ берлектәге парламент тыңлауҙарын да күҙ уңында тота.
Башҡортостан парламенты спикеры К. Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай парламент-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур әһәмиәт бирә, тип билдәләне. Рәсәй Федерацияһының закондар сығарыусы органдары менән, шулай уҡ Төркиә, Чехия, Төньяҡ Кореяның закон сығарыу органдары менән дә шундай килешеүҙәр төҙөлгән.