16.09.2019 Фотоларҙа – тарих
1988 йылда Өфөлә башҡорт халҡының мәҙәниәте үҫешенә, милли традицияларҙы һәм башҡорт телен һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсатында « Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәниәте клубы ойошторолғайны. Фотохәбәрсебеҙ Юлай Кәримов төшөргән был фотоларҙа Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ошо ойошма үткәргән сараларҙың береһен күрәһегеҙ. Башҡорт йәштәре « Аулаҡ өй» уйынын күрһәтә. Байрамға билдәле шәхестәр саҡырылған.
80-се йылдар йәштәре, бәлки, берәйһе үҙен таныйҙыр?