28.08.2010 Экспорт арта
Ғинуар – июндә Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше биш миллиард 186,9 миллион АҡШ долларын тәшкил итә. Был былтырғы ошо уҡ осорҙағынан 2,4 тапҡырға күберәк. Экспорт күләме һиҙелерлек үҫте. Импорт операциялары буйынса, киреһенсә, бер ни тиклем кәмеү билдәләнә.
Ярты йыллыҡ йомғаҡтар буйынса, тауар экспорты дүрт миллиард 934,6 миллион доллар күләмендә баһалана (үҫеш – 2,6 тапҡырға). Шуның 695,9 миллион доллары БДБ илдәренә оҙатылған тауарҙарға тура килә.
«Башинформ».