12.09.2019 Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…
Һеҙгә тейешле бурыстарҙы нисек түләттерергә? Банкта балалар пособиеһы алған иҫәпкә арест һалыуҙары законлымы? Суд приставтары эшмәкәрлегенә ниндәй дәғүләрегеҙ бар?
«Йәшлек» гәзите редакцияһы 18 сентябрҙә көндөҙгө 11 сәғәттә Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Әнүәр улы Мәхмүтов менән «тура бәйләнеш» үткәрә. Һорауҙарығыҙҙы алдан беҙҙең ye02@yandex.ru электрон почтаһына, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәшлек» гәзите төркөмөнә ебәрә алаһығыҙ.
Тура бәйләнеш өсөн телефон: 273-46-38.