28.08.2010 Быйыл да һынатмағыҙ
8 октябрҙән 11-енә тиклем Мәскәүҙә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә Башҡортостан экспозициялары 140 квадрат метр майҙанды биләйәсәк.
Унда ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары ҡуйыласаҡ, республика агросәнәғәт комплексының малсылыҡ, үҫемлекселек ҡаҙаныштары һәм башҡалар күрһәтеләсәк. Инвестиция проекттары менән таныштырыу, традицион аҙыҡ-түлек продукттарын тәмләп ҡарау һәм һатыу ҙур урын аласаҡ.
Сара барышында эшлекле бәйләнештәрҙе нығытырға булышлыҡ итеүсе бик күп мөһим осрашыу, белгестәр өсөн ғилми-ғәмәли семинарҙар һәм конференциялар үткәреләсәк.