28.08.2010 Хәлде еңеләйтәсәк
Республика федераль бюджет иҫәбенә ауыл хужалығына ярҙам күләмен арттырыуға дәғүә итә ала.
Быға тиклем алынған 3 миллиард һумдан ашыуыраҡ кредит ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларҙы үтәү менән бәйле республика бюджеты дефицитын ҡаплау, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешелгән сараларҙы атҡарыу өсөн тәғәйенләнә. Заем средстволарын 2012 йылдың 1 октябренә тиклем кире ҡайтарырға кәрәк. Кредит менән файҙаланған өсөн 1,9375 процент күләмендә йыллыҡ түләү алына. Аҡса иген, орлоҡ, мал аҙығы запастары, он тартыу һәм икмәк бешереү предприятиелары өсөн тотороҡло сеймал базаһы булдырыуға, аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрен дәүләт яҡлауына йүнәлтеләсәк. Был мөмкинлектәргә заемсылар, йәғни ауыл хужалығы етештереүселәре юғары яуаплылыҡ, финанс һәм түләү дисциплинаһы менән яуап ҡайтарырға тейеш.