28.08.2010 Үҙ эшен башлаусыларға – финанс ярҙамы
Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә документтар ҡабул итә.
Хәҙерге ваҡытта күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуға сығымдарҙың бер өлөшөн энергияны һаҡлау программаларын тормошҡа ашырыу һәм электр селтәре хужалығы объекттарына (100 кВт-ҡа тиклем) тоташтырыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялауға документтар ҡабул ителә.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты шулай уҡ эшҡыуарҙар иғтибарына 23 августан бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарынан, инфраструктура ойошмаларынан страховкалау килешеүҙәре буйынса страховка иғәнәләре өлөшөн субсидиялау буйынса документтар ҡабул итеүҙең яңыртылыуы хаҡында еткерә. Ә лизинг договорҙары буйынса лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау буйынса документтар ҡабул итеү туҡтатылды.
Финанс ярҙамының күрһәтелгән төрҙәре буйынса документтар ҡабул итеү тураһында бөтә мәғлүмәт дәүләт комитетының рәсми сайтында һәм «Башҡортостандың бәләкәй бизнесы» сайтында баҫыласаҡ.