22.02.2011 Булған мөмкинлектәребеҙ лайыҡлы күрһәтеләсәк
Мартта алтынсы тапҡыр «Интурмаркет» халыҡ-ара туризм күргәҙмәһе ойошторола. Мәскәүҙә үтәсәк сараға Башҡортостан да ныҡлы әҙерләнә.
Республиканы туризм йәһәтенән уңайлы төбәк итеп танытыу өсөн булған потенциалды күрһәтә белергә кәрәк. Әлеге күргәҙмәлә Башҡортостан 2006 йылдан ҡатнаша. Былтыр махсус баһаға ла лайыҡ тип табылғанбыҙ. Бынан тыш, төбәк социаль туризмды үҫтереү буйынса пилот проекты өсөн дә һайлап алынған.
Рәсәйҙә эске туризмды үҫтереү концепцияһы быға тиклем булмаған. Үткән йылда ғына федераль маҡсатлы программа төҙөлөп, туризмды үҫтереү өсөн төбәктәргә 96 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Хәҙер был тармаҡтың ныҡлы үҫеш аласағына шик юҡ. Республикала туризм менән етди шөғөлләнеүсе предприятиелар, ойошмалар ҙа арта.