23.08.2019 Кишер һабағы менән помидор маринадлау
Помидорҙы бындай ысул менән тоҙлағанда рассолы хуш еҫле килеп сыға.
Бер литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр һалып, маринад эшләргә . Помидорҙар ҡайнар һыу һалғанда ярылмаһын өсөн 3-4 урындан тишеп сығырға.
1 литрлы банканың төбөнә кишер япрағы һалырға ла, помидорҙарҙы теҙеп, эҫе маринад ҡойорға. Ҡапҡастарын ябып , 10 минут ултыртып торорға. Һуңынан тоҙло һыуҙы кире кәстрүлгә түгеп, ҡайнатырға, банкаларға ҡойорға ла, бер аш ҡалағы уксус һалырға. Стерилләнгән ҡапҡастар менән ябырға.