22.02.2011 Өс һөйләм менән
Өфөлә демография мәсьәләләренә арналған «түңәрәк өҫтәл» үтте. Сара БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолдо. Бында дәүләттең ғаилә институты ролен күтәреү, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса стратегик пландар, хәҙерге демография сәйәсәтенең хоҡуҡи аспекттары, урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт берекмәләренең роле тикшерелде.
Башҡортостанда «Бәләкәй Ватанға – ҙур эштәр» тигән социаль проекттар конкурсы старт алды. Үҫмерҙәр һәм йәштәр ойошмаларының «Тәртип һәм хәүефһеҙлек», «Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы», «Сәләмәтлек», «Ял», «Төҙөкләндереү» һ.б. йүнәлештәр буйынса эштәре БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында (Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә) ҡабул ителә. Еңеүселәр проекттарын тормошҡа ашырыуҙа финанс ярҙамы аласаҡ.
Бүздәк районында умартасылыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирмәкселәр. Төбәк ҡортсолары йыйылышында билдәләүҙәренсә, умарталыҡтарҙы арттырыу ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Әле төбәктә шәхси һәм ауыл хужалыҡтарында бергә 3000-дән ашыу күс бар.
Күгәрсен районында «Атай – ғаиләнең терәге, көсө һәм аҡылы» темаһына конференция уҙғарылды. Сараның маҡсаты – ир кешенең абруйын күтәреү, ғаиләне нығытыу. Тәүге тапҡыр үткәрелгән район конференцияһын йолаға әүерелдереү кәрәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Күмертауҙа ҡаланың почетлы граждандарына тәүге тапҡыр миҙал тапшырыу тантанаһы үтте. 1973 йылда индерелгән «Күмертауҙың почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булыусылар быға тиклем махсус таҫма, кенәгә алып, исемдәре китапҡа яҙыла ине. Абруйлы исемдең 40 йыллығына ҡала властары почетлы граждандар галереяһын булдырмаҡсы.
Сибайҙың ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге «Балаларға – ышаныс телефоны» акцияһын башланы. 15 мартҡа тиклем дауам итәсәк сара балаларға ҡарата ҡаты мөнәсәбәттәрҙе иҫкәртеүгә арнала. Акция барышында үҙәк белгестәренең башланғыс кластар уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәреүе, «ышаныс телефоны» эше менән таныштырыуы күҙаллана.
Мәләүездә беренсе тапҡыр Фаил Абдраҡов иҫтәлегенә төбәк композиторҙары конкурсы уҙғарылды. Гран-приға Ғафури районынан Рәмил Ғимранов лайыҡ тип табылды. Конкурс барышында танылған сәнғәт эшмәкәре Салауат Сәлмәнов үҙешмәкәр композиторҙар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Үткән шәмбелә 900 көнгә һуҙыласаҡ «Ерҙең утлы бүлкәте» фәнни-спорт экспедицияһы юлға сыҡты. Алты кешенән торған Рәсәй сәйәхәтселәре араһында яҡташыбыҙ Камил Йыһаншин да (төркөмдә ул иң олоһо – 61 йәше тула) бар. 19 ил аша үткән юлда тикшеренеүселәр иң бейек 70 янартауға күтәрелергә лә иҫәп тота.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.