19.02.2011 Эш хаҡын түләмәүселәргә ҡарата закон бар
Республика йортонда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота һәм төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыстар мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Республика башлығы төбәктә бюджет өлкәһендә эш хаҡы буйынса бурыс булмауы, бындай проблеманың шәхси секторҙа ғына осрауы тураһында белдерҙе.
Григорий Рапота әйтеүенсә, ҙур компанияларҙа профсоюздарҙың булыуы яҡшы. Профсоюздар, эш биреүселәр һәм округ араһында өс яҡлы килешеүҙе тергеҙеү мөһим. Бынан тыш, йәмәғәт ролен күтәрергә, уларҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһын стимулларға кәрәк. Көнбайыш тәжрибәһен ҡулланыу ҙа һәйбәт: уларҙың предприятиеларында хеҙмәт инспекцияһы, йәғни хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы орган даими була. Ә беҙҙә ундай инспекция, киреһенсә, артҡы планға күсерелгән.
Григорий Рапота Рәсәйҙә бындай хәл-торошто яйға һалыусы закондарҙың етерлек булыуын билдәләне.