RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҙыҡ-түлекте ташлау – яҙыҡ эш

16.07.2019 Аҙыҡ-түлекте ташлау – яҙыҡ эш

БМО мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн донъяла барлығы 820 млн кеше аслыҡтан интегә

Баҙар иҡтисады беҙҙең илдә сүп-сар араһында үҙенә ашарға эҙләгән кешеләрҙе тыуҙырҙы. Асарбаҡтар булһа – бер хәл, һуңғы арала пенсионерҙар ҙа күбәйеп китте. Баҙарҙа сифаты буйынса үтмәгән йәки һаҡлау ваҡыты үткән аҙыҡ-түлек улар өсөн ҙур ярҙам булып тора.
Был – Рәсәй һымаҡ бөйөк дәүләт өсөн оят хәл. Шул уҡ ваҡытта телевизор аша бульдозер менән иҙелгән санкцион алма, сырҙарҙы күреп, йөрәк әрней. Ил башлығының 2014 йылда ҡабул ителгән указына ярашлы, биш йылда яҡынса 30 мең тонна аҙыҡ-түлек шулай итеп юҡ ителгән.

Быны күреп, бәғзе намыҫлы бизнесмендар ваҡытында һата алмаған продукцияһын сүплеккә ташлау урынына ябай халыҡҡа таратыуҙы ойоштора. Бик мәслихәт, тип әйтер инең дә ул. Әммә шунда уҡ «Роспотребнадзор» хеҙмәткәрҙәре килеп, уларға штраф һалырға тотона. Ни өсөн? Йәнәһе, һаҡлау ваҡыты үткән аҙыҡ-түлек менән ағыуланырға мөмкин. Ҡыҙыҡ та инде, сүп-сар һауытынан алып ашағанды улар күрмәй, ә быны күреп бара.

Закон буйынса, супермаркеттарҙа, рес­торандарҙа ташлана торған аҙыҡ-түлекте хлорка һибеп, яраҡһыҙ хәлгә килтереү ҡаралған. Уны юҡ иткәнсе, мал-тыуарға ашатырға ла була бит.

Мәктәп ашханаларында уҡыусы балаларға йәки ҡарттар йортонда ҡортлаған аҙыҡ-түлекте, йәшел төҫтәге итте ашатырға була, Ульяновск курсанттарын ғүмерлеккә инвалид иткән эхинококкозды күрмәйҙәр. Шул уҡ ваҡытта супермаркеттарҙа һаҡлау мөҙҙәте үткән аҙыҡ-түлеккә яңы дата менән яңы этикетка йәбештереү практикаһын да туҡтатырға теләмәйҙәр.

Бында баҙар принциптары кешелеклелек принциптарынан өҫтөн торғанын, быны яҡлау дәүләттең төп сәйәсәте икәнен күрергә була. Сөнки баҙар шарттарында бер нәмә лә буш булырға тейеш түгел. Бушлай таратыу башҡаларға аҡса эшләү мөмкинлеген кәметә. Ана, Омск өлкәһендә бер эшҡыуар пен­сионерҙарҙы автобуста бушлай йөрөтә башлағайны, конкуренттары бының өҫтөнән ялыу яҙып, автобустарын яндырырға тотондо.

Яңыраҡ ит милли ассоциацияһы вице-премьер Алексей Гордеевҡа, сит дәүләттәрҙән үҙең менән һөт-ит аҙыҡтары индереүҙе тыйырға, тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Быға тиклем һәр Рәсәй турисының ситтән биш килограмға тиклем аҙыҡ-түлек алып ҡайтырға хоҡуғы бар ине. Был тыйыуҙы сит илдәрҙән төрлө сир (эпидемия) алып килеү хәүефе менән нигеҙләп маташалар.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн донъяла барлығы 820 млн кеше аслыҡтан интегә. Шуныһы ҡыҙыҡ, етештерелгән аҙыҡ-түлек барыһын да туйҙырырға етә. Әммә табыш алыу өсөн хаҡтарҙың юғары булыуы кәрәк. Бының өсөн бизнес ошо ризыҡтың бер өлөшөн юҡ итергә лә риза. Шуның арҡаһында етештерелгән аҙыҡ-түлектең яҡынса өстән бер өлөшө сүплеккә ырғытыла. Шул уҡ БМО мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн донъяла ашлыҡтың – 30, еләк-емештең – 40 – 50, май һыға торған орлоҡтарҙың, ит һәм һөт аҙыҡтарының – 20, балыҡтың 35 проценты сығарып ташлана.

Халҡыбыҙ аҙыҡ-түлеккә элек-электән ихтирам менән ҡараған. Уны юҡ итеү, тәләфләү – яҙыҡ эш, ҡырағайлыҡ. Бөгөнгө баҙар иҡтисады өсөн был ҡырағайлыҡ тәбиғи күренеш икән, был йәмғиәттең киләсәге икеле.




Автор: И. Ғәбитов
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә

Кем көтөүсе булырға теләй?