11.07.2019 «Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра
Республикала йәшәүселәрҙең барыһы ла Өфө циркы яҙмышы өсөн борсола. Бының турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй дәүләт цирк компанияһы” генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Владимир Шемякин менән осрашыуҙа белдерҙе. Республика йортондағы осрашыуҙа Өфө дәүләт циркы бинаһын тергеҙеү һәм цирк сәнғәтен үҫтереү һорауҙары ҡаралды тип хәбәр иттеләр төбәк башлығы матбуғат хеҙмәтенән.
«Беҙ дәүләт циркының артабанғы яҙмышы тураһында ныҡ борсолабыҙ. Кешеләр ҙә уның тураһында гел һорайҙар, — тине Радий Хәбиров. — Беҙ был һорауҙа һеҙҙең ярҙамды көтөп ҡалабыҙ. Өфө кеүек миллионлы ҡалала бының кеүек объектты яңынан ебәреү мөһим эш булып тора».
Владимир Шемякин, үҙ сиратында, «Росгосцирк» алгоритм булдырҙы һәм уның буйынса Өфө дәүләт циркы бинаһы тергеҙеләсәк тине. Әйткәндәй, был һорау Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединскийға ла еткерелде, ул проектҡа ризалығын бирҙе. Хәҙер республикаға бинаны һәм ярҙамсыл бүлмәләрҙе тергеҙеү буйынса проект документтарын әҙерләргә тәҡдим ителде. Быға шулай уҡ эргә-тирә биләмәне лә тәртипкә килтереү ҙә инә. Тергеҙеү ремонты «Росгосцирк» иҫәбенә башҡарыласаҡ. Алдан билдәле булыуынса, бар сығымдар 1 млрд һум тирәһе тәшкил итәсәк. БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, цирк янын тәртипкә килтергәндә парк зонаһы ла булдырыласаҡ.
Белешмә
Өфө дәүләт циркы — «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы» филиалы — 1968 йылдың ноябренән бирле эшләй. Цирктың бинаһы төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы булып торһа ла ныҡ туҙған, ремонт-тергеҙеү эштәре талап ителә. 2017 йылда Өфөнөң Октябрь районы суды ҡарары менән тергеҙеү эштәре тамамланғансы һәм тамашасылар залының ҡыйығы конструкциялары тулыһынса алмаштырғанға тиклем бина менән ҡулланыу тыйылды.