15.02.2011 Донъя яңылыҡтары
Торлаҡлы булыуға өмөт бар
Рәсәй властары, 2015 йылда илдәге ғаиләләрҙең өстән бер өлөшө үҙҙәренең аҡсаһына һәм ипотекаға фатир ала аласаҡ, тип иҫәпләй.
Был 2011 – 2015 йылдарға «Торлаҡ» программаһы сиктәрендә мөмкин буласаҡ. 2009 йылда ғаиләлеләрҙең 12 проценты ғына фатир алған. Программаны бойомға ашырыу өсөн 260 миллиард һум аҡса сарыф итеү күҙ уңында тотола. Сумманың яртыһы – федераль бюджеттан. Торлаҡ хаҡын арзанайтыу эконом-класлы һәм аҙ ҡатлы йорттар төҙөү юлы менән бойомға ашырыласаҡ.
Рулгә – тик айныҡ килеш
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин транспорт сараһы менән идара иткән водителдәрҙең ҡанында алкоголь булыуын тикшереү тураһындағы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
РФ эске эштәр министры урынбаҫары В. Кирьянов һүҙҙәренсә, яңы ҡағиҙәләр буйынса ҡанда алкоголь кимәле нуль булғанда ғына руль артына ултырырға мөмкин. Элек был күрһәткес 0,3 процент булғанда ла машина йөрөтөргә рөхсәт ителә ине.
Алда нимә булыр?
Мысыр менән 30 йыл идара иткәндән һуң Хөсни Мөбәрәк президент вазифаһынан китте.
Илдең ҡораллы Көстәренең Юғары хәрби советы парламентты тарҡатҡан һәм Конституция суды эшмәкәрлеген туҡтатҡан.
Ваҡытлы хәрби етәкселек һайлауҙарға әҙерлек өсөн алты ай ваҡыт биргән. Яңы президент һайланғансы ил менән күсмә хөкүмәт етәкселек итәсәк. Ил башлығы булып ваҡытлыса Юғары хәрби совет етәксеһе, оборона министры Хөсәйен Тантави иҫәпләнә.
Тунис ҡасаҡтарын ҡайҙа итергә?
Италия хөкүмәте илдә гуманитар һәләкәт режимын иғлан иткән.
Бер ай элек революция булған Тунистан өс меңгә яҡын ҡасаҡ килгән Лампедуза утрауында эсәр һыу етмәй, йоҡларға урын юҡ.
Италия властары был халыҡты урынлаштырыу өсөн Еврокомиссиянан ярҙам һорай. Легаль булмаған миграцияға юл ҡуймаҫ өсөн итальяндар Тунисҡа полиция ебәрергә уйлай.
«Иң-иң»дәр кем?
«Финанс» журналы фараздары буйынса, Рәсәйҙең иң бай кешеләренең береһе – Роман Абрамовичтың урынын Алишер Усманов алмаштырған.
«Челси» клубы хужаһы Рәсәй миллиардерҙары рейтингында бишенсе урынға төшкән.
«Металлоинвест» компанияһы етәксеһенең милке 19,9 миллиард долларға баһаланған. Барлығы Рәсәйҙә 114 доллар миллиардеры бар.
Сығымдар кәмеһен өсөн
РФ Дәүләт Думаһы спикеры Борис Грызлов Түбәнге палатаның штатын 5 процентҡа кәметеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйған.
Документҡа ярашлы, аппарат 78 штат берәмегенә кәметеләсәк, ә парламентты тотоу сығымдары 3,7 процентҡа арттырыласаҡ.
Билдәле булыуынса, РФ Президенты Дмитрий Медведев 2013 йылға тиклем федераль дәүләт хеҙмәткәрҙәрен 20 процентҡа кәметеү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.