15.02.2011 «Россельхозбанк» кредит ресурстарын икеләтә арттырасаҡ
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Дмитрий Патрушев менән осрашты.
Осрашыу барышында республика менән банк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Башҡортостан етәксеһе беҙҙең төбәктең «Россельхозбанк» менән ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле эшләргә ниәтләүе тураһында хәбәр итте. Республика башлығы әйтеүенсә, беҙгә оҙайлы ваҡытҡа бирелгән арзанлы кредиттар кәрәк.
Дмитрий Патрушев билдәләүенсә, банк Башҡортостанда кредит биреү системаһын камиллаштырырға һәм кредит ресурстары күләмен арттырырға йыйына. Бөгөн финанс учреждениеһының кредит портфеле 12 миллиард һум тәшкил итә. Ошо сумманы йыл аҙағына тиклем ике тапҡырға арттырырға ниәтләйҙәр. Банк аграрийҙарҙы уңайлы шарттарҙа кредитлау буйынса әле үк бик күп эш башҡара һәм был тармаҡҡа артабан да иғтибарын кәметмәйәсәк.