15.02.2011 Рәсәй Президенты ярҙамсыһы – Белоретта
Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Аркадий Дворкович һәм Федерация Советы ағзаһы Айрат Ғәскәров эш сәфәре менән республиканың Белорет районында булды.
Улар «Ассы» санаторийы, Белорет металлургия комбинатының төп цехының эше менән танышты. ҡунаҡтарҙы эш сәфәрендә Белорет районы муниципаль районы башлығы Владислав Миронов оҙатып йөрөнө.
Аркадий Дворкович менән Айрат Ғәскәров урындағы предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре менән осрашты. Аркадий Дворкович әйтеүенсә, улар ҡалаға юҡҡа ғына килмәгән, ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе – эшһеҙлек проблемаһы. Был етди проблема буйынса ил кимәлендә ҙур кәңәшмәләр ойоштороласаҡ. Шуға ла был мәсьәлә буйынса тулы мәғлүмәт туплау мөһим.
Һуңынан Аркадий Дворкович осрашыуға килгән кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың күпселеге урман хужалығы, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялауға, туризм үҫешенә ҡағылды. Шулай уҡ иҫке торлаҡ, идара итеүсе компанияларҙың эшмәкәрлеге, тарифтарҙың артыуы мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы.
Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар, Белорет районында осрашыу «ябай булмаһа ла, ҡыҙыҡлы булды», тигән һығымтаға килде.