15.02.2011 Өс һөйләм менән
Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында «Афғанстан – йөрәк яраһы» тип аталған осрашыу үтте. Ул совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 22 йыл тулыуға арналды. Осрашыуҙа һәләк булған яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар, уҡыусылар Афғанстан һуғышы тарихы менән танышты.
15 февралдән Нефтекама автозаводы ағымдағы йылдың икенсе кварталына тауар-матди ҡиммәттәрҙе һәм уларҙың тупланмаларын һатып алыу буйынса сираттағы сауҙаны башлай. Ошо көндәрҙә иһә металл һыныҡтары, ҡара һәм төҫлө металл ҡалдыҡтарын һатыу буйынса электрон аукцион тамамланған. Заводтан металл һатып алырға теләүселәр күп булыу сәбәпле, улар тәүге күрһәтелгән хаҡынан 20 процентҡа юғарыраҡ хаҡ менән һатылған.
Психологик-медик-педагогик комиссиялар психологтары араһында республика конкурсы тамамланды. Ошо көндәрҙә Өфөлә конкурстың финалы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Өфөнән Андрей Овчинников беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урында – Белореттан Татьяна Ерофеева, өсөнсө урында – Сибайҙан Рәмил Бүләкәнов.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, байрамдарға бәйле, 2011 йылдың 23 феврале, 6, 7 һәм 8 март ял көндәре буласаҡ. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – байрам көндәре. Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында 5 марттағы ял көнө 7 мартҡа (байрам алды көнөнә) күсерелде.
Мартта Башҡортостандан 160 үҫмер Байконур космодромына экскурсияға барасаҡ. Нигеҙҙә, улар – республика олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре, шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр техник ижады үҙәктәрендә шөғөлләнеүселәр. Экскурсияны Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойоштора.
Өфө мәктәптәрендә карантин тағы бер аҙнаға оҙайтылды. Билдәле булыуынса, киҙеү эпидемияһы һәм ОРВИ арҡаһында 7 февралдән баш ҡаланың белем биреү учреждениелары карантинға ябылғайны. Киҙеүгә ҡаршы профилактик саралар ваҡытында үткәрелеү сәбәпле, ауырыусылар һаны кәмеүгә табан бара, әммә эпидемик сик әле һаман юғары булып ҡала, шуға күрә карантинды оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Мәсетле районында хәрби-патриотик йырҙар конкурсы ойошторолдо. Йәштәр араһында гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән конкурс «Ышаныс өсөн! Ватан өсөн! Һөйөү өсөн!» девизы аҫтында үтте. Антон Ватолин, Алексей Чебыкин – иң яҡшы солистар, Роксана Исламова менән Юлиә Ямалетдинованың тандемы – иң яҡшы дуэт, «КОРДИС» вокаль-инструменталь ансамбле иң яҡшы ансамбль тип танылды.
Башҡортостанда Өфө районының Булгаков ауылында төҙөләсәк иң яҡшы аҙ ҡатлы торлаҡ йорттоң архитектура проектына конкурс иғлан ителгән. Комлекслы аҙ ҡатлы төҙөлөш проекты ауылды ҙурайтыуҙы һәм уны уңайлылыҡ, экология һәм функционаллек йәһәтенән донъя стандарттарына яраҡлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Конкурстың еңеүсеһе 200 мең һум аҡса аласаҡ, шулай уҡ төрлө номинациялар буйынса еңеүселәргә 100-әр мең һум премия ҡаралған.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.