RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Терактҡа әҙерлек булғанмы?

12.02.2011 Терактҡа әҙерлек булғанмы?

Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдары Октябрьскийҙа сираттағы ҙур операция үткәрҙе – һөҙөмтәлә террористик төркөм («Октябрьский джамаат» тигән исем аҫтында) ағзалары ҡулға алынды.
Шундайыраҡ хәбәр таралды. Бандиттар Кавказ боевиктары менән бәйле, имеш. Төркөм лидеры урындағы нефть сығарыу предприятиеһында токарь булып эшләгән. Ул, баҡһаң, Доку Умаров етәкләгән «Кавказ Имараты» халыҡ-ара террористик ойошмаһының вәкиле. Был «йәмәғәт» ЭЭМ хеҙмәткәрҙәренә таныш. 2010 йылдың ноябрендә уның активисы, 18 йәшлек егет ҡаланың милиция бүлегенә бәреп инеп, шундағы бер хеҙмәткәргә бысаҡ менән ташланғаны өсөн ҡулға алынған була. Аҙаҡ медицина экспертизаһы уны параноик шизофрения менән интегеүсе тип билдәләй. Хоҡуҡ һаҡлаусылар һүҙҙәренсә, ҡулға алынғандарҙың өйҙәрендә тентеү үткәргәндә шартлат­ҡыс эшләү өсөн 1,5 кг аммиак селитраһы, бер килограмға яҡын гексоген, боеприпас өлөштәре, милиция бүлеге бинаһының фотоһы, экстремистик әҙәбиәт табылған.
Октябрьский ҡалаһын «террористар» үткән йылдың мартында бер ҡужғытып алғайны инде. Ул саҡта ҡалаға БТР-ҙар индергәйнеләр хатта.
Аптыраған инде – ниңә гел был ҡалала «ойоша»ларҙыр? Шуныһы ла бар: Эске эштәр министрлығының тикшереү комитеты, әлеге төркөмдө «тотоу» эшендә хаталыҡ бар, тип билдәләй. ҡулға алынғандар ҙа дүртәү түгел, ә икәү, имеш. Уларҙың террор ойошторорға маташыуы ла фараз ғына. Ныҡлы тикшерелмәгән, иҫбатланмаған мәғлүмәт, һәм ул барлыҡ виртуаль донъя яңылыҡтарына инеп тә китте, Башҡортостанда террорсылар менән бәйләнештә эшләгән төркөм «барлығы» таралды. Халыҡты хәүефләндерергә тиһәң, «орган»дарҙы ҡуш. Экстремизм, терроризм һәм башҡа шундай «изм»дарҙы беҙҙең республиканан маҡсатлы рәүештә эҙләгән кеүек тойола башланы юғиһә.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә