12.02.2011 «Бюджетник»тарҙың эш хаҡы күтәрелде
2011 йылдың 1 ғинуарынан республикала минималь эш хаҡы 5500 һум күләмендә билдәләнде. Бер үк ваҡытта бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн уларҙың минималь оклад күләмен 6,5 процентҡа арттырырға ҡарар ителгән. Был маҡсатта бюджеттан 4 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
РФ Президенты Д. Медведевтың 2011 – 2013 йылдарҙа бюджет сәйәсәте тураһындағы Мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фондын 2011 йылдың 1 июненән күтәреү ҡаралған. Республика Президентының инициативаһы буйынса төбәктәге «бюджетник»тар йыл башынан уҡ арттырылған эш хаҡы ала башлаясаҡ. Мәҫәлән, райондарҙа уҡытыусыларҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 12631 һум тәшкил итһә, хәҙер 13452 һум аласаҡтар. Табиптарҙың эш хаҡы 21668,83 һумдан 23077,3 һумғаса артасаҡ.