12.02.2011 «Ростелеком» ярҙам итәсәк
Төбәк башлығы Рәсәй элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев менән осрашты.
Осрашыуҙың төп темаһы – электрон хөкүмәт һәм электрон дәүләт хеҙмәттәренең сифатын күтәреү мәсьәләләре. Һөйләшеү барышында шулай уҡ ауылдарҙа элемтә инфраструктураһының тиҙләтелгән үҫеше темаһы ла ҡаралды.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте менән «Ростелеком» ҡала-ара һәм халыҡ-ара электр бәйләнеше асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.