12.02.2011 Ҡаҙаҡтар беҙҙең тәжрибәне өйрәнә
БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында ҡаҙағстан делегацияһы республиканың ошо өлкәләге эш тәжрибәһен өйрәнде.
Башҡортостан ЖКХ реформаларын бойомға ашырыу буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбендә булһа, энергияны һаҡсыл тотоноу буйынса илдә иң алдынғыларҙан һанала.
Тәжрибә уртаҡлашыу сиктәрендә ҡаҙағстан делегацияһы «Өфөводоканал» предприятиеһында булды. Алдағы көндәрҙә улар ҡаланың энергияны һаҡлау һәм энергоэффектив технологияларҙы индереү үҙәгенә, «Өфөгорсвет» предприятиеһына барасаҡ.