12.02.2011 Милиция һаулыҡ һағында
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Дәүләттән тыш хәүефһеҙлек структуралары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса координация советы Республика балалар клиник дауаханаһына ике медицина ҡорамалы һатып алыу өсөн сертификат тапшырҙы.
1 миллион һумлыҡ сертификатҡа юғары технологиялы ике аппарат һатып алынған. ҡорамалдар балаларҙың йөҙ-яңаҡ үҫешенә ҡамасау иткән сирҙәрҙе хирургия ысулы менән дауалау өсөн яраҡлашҡан.
Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Марат Еникеев билдәләүенсә, заманса ҡорамалдар дауахананың хирургия бүлегенә урынлаштырылған. Быға тиклем балалар операция яһау өсөн Мәскәүгә ебәрелгән. Хатта яңы тыуған сабыйҙар ҙа ҙур проблемалар менән илебеҙҙең баш ҡалаһына оҙатылған.
Йөҙ-яңаҡ сиренә дусар булған һәр бала хәҙер үҙебеҙҙең республикала дауаланыу мөмкинлегенә эйә. Шуныһы мөһим – дауаханала яңы методика буйынса дауаларға һәләтле белгестәр бар.
Марат Еникеев билдәләүенсә, республикала йыл һайын йөҙ-яңаҡ патологияһы менән 3 – 4 сабый тыуа.
Сертификат тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, милиция генерал-лейтенанты Игорь Алешин, Башҡортостан Республикаһының бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Дәүләттән тыш хәүефһеҙлек структуралары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса координация советы рәйесе, милиция генерал-майоры Александр Овчинников һәм башҡалар ҡатнашты. ҡунаҡтар дауаханаға сертификат ҡына түгел, балаларға уйынсыҡтар ҙа бүләк итте.