25.05.2019 Янғынға ҡаршы көрәштә ялҡын ҡабынды йөрәктә
Ошо айҙа урман янғындары бер туҡтауһыҙ илебеҙҙең төрлө төбәгендә, шул иҫәптән республикабыҙҙа ла йыш ҡына ҡабынып тора. Уйламағанда минең үҙемә лә янғын һүндереүҙә ҡатнашырға тура килде.
Һағындырған туғандарға ҡунаҡҡа, Күгәрсен районының Сәйетҡол (Әбсәләм), Бикеш (Игесәк) ауылдарына, барып ҡайттыҡ. Өсөнсө май кисендә ошо ике ауылда шау-шыу ҡупты – “янғын” тигән ҡурҡыныс хәбәр ел тиҙлегендә таралды. Тап ике ауыл араһында, юл аша түбәлектә, дыулап үлән яна ине, ялҡын телдәре күккә ынтылды, осҡондар тирә-яҡҡа сыртлап сәсрәне. Уттан ҡурҡҡан көтөү мөңрәшеп, баҡырышып ауылға сапты. Ел дә утты ауылдар яғына бороп, ашыҡтырып, ҡыуаланы.
Бәлә кисектергеһеҙ кеүек тойолдо. Ләкин шунда уҡ янғын яғына, туҙан борҡотоп, тиҫтәләрсә машина ҡуҙғалды. Йөҙгә яҡын йәш егет, ир, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға – барыһы ла улар артынан берҙәм йүгерҙе. Ул арала машиналарҙан һикереп сыҡҡан кешеләр көрәк, япма, селек һепертке менән утҡа ҡаршылыҡ күрһәтә башланы, кемдер хатта кейемен сисеп, утты бәргеләне, итеге менән тапаны.
Ниһайәт, район үҙәге Мораҡтан янғын һүндереүселәр килеп етте. Тик шул саҡта ғына барыһы ла еңел тын алды. Дөрөҫөн әйткәндә, янғын һүндереүселәргә түбәнең икенсе яғын ғына һүндерергә тура килде, ә башҡорттар утты үҙ ауылдарына яҡын ебәрмәне. Ирекһеҙҙән күңелемдә гүзәл халҡым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уянды, көслө рухлы, артыҡ һүҙһеҙ тыуған ауылын һаҡларға ташланған милләттәштәрем өсөн ҡыуанып йөрәкһенем. Ә улар, һис бер ни булмағандай, ҡоромға буялған бит-ҡулдарын таҙарта, янғын менән көрәштә алған яраларын бәйләй ине...
Мин улар йөҙөндә берҙәмлекте, көслө ихтыярҙы күрҙем – кәрәк икән, халҡым алдына алған маҡсатына барып етәсәк, уны ут та, һыу ҙа туҡтата алмаясаҡ.
Ике сәғәттән ашыуыраҡ ауыл халҡы ут һүндерҙе – олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалманы. Сәйетҡол мәктәбе директоры Рафаэль Йосопов: “Үкенескә күрә, беҙгә үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙы кемдеңдер башһыҙлығы, енәйәтсел ҡылығы арҡаһында сыҡҡан янғындарҙан йыш һаҡларға, ҡотҡарырға тура килә, – тип бошондо. – Төбәгебеҙҙә ҡоро үлән, япраҡ, һалам, бесән күп. Ике йыл элек беҙ, Сәйетҡол һәм Бикеш ауылдары халҡы, ауыл хакимиәте башлығы Хөсәйен Аллабирҙин етәкселеге аҫтында Серәкәй тауын, Нуҡай, Түкәт, Буҫтыбай ауылдарына терәлгән урмандарҙы янғындарҙан һаҡлап алып ҡалдыҡ. Үәт, унда, исмаһам, хәтәр ине: дүрт сәғәттән ашыу утҡа ҡаршы көрәштек, халыҡ бер туҡтауһыҙ килде лә килде. Арып-йонсоған, хәлдән тайған саҡта кемеһелер түҙә алмай китте. Юҡ, ҡасманы – ярҙам артынан китте. Һәм ҡабаттан һаҡҡа баҫты. Юҡҡа әйтмәйҙәр бит, күмәкләгән – яу ҡайтарған. Шулайтып беҙ ҙә яу ҡайтарабыҙ...”
Был юлы ут 6 – 7 квадрат километр ерҙе ялмап өлгөргәйне. Әллә ни күп тә түгел һымаҡ, батырлыҡ менән маһайырға урын да юҡ кеүек, ә шулай ҙа... йөрәктә ялҡын ҡабынды. Рәхмәт халҡымдың шундай булғанына!