08.02.2011 Уттан ҡотолоп булмай
Баш ҡаланың Совет районында сыҡҡан янғын биш кешенең ғүмерен алып китә. Янғын 5 февралдән 6-һына ҡарата төндә «Малая Вокзальная» урамындағы бер ҡатлы шәхси йортта сыҡҡан.
«ҡыҙыл әтәс» тураһында янғын һүндереү часына күршеләре шылтырата. Утты һүндергән һәм конструкцияларҙы ҡутарған саҡта биш кешенең мәйете табыла. Уларҙың береһе – йорт хужаһы. ҡалғандарының кем булыуы асыҡлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы вәкиле Алина Ғәниева әйтеүенсә, йорт хужаһы – 61 йәшлек ир милицияла, эскелек менән мауығыусы булараҡ, иҫәптә торған. Уның өйөндә даими рәүештә эскеселәр йыйылған. Быға тиклем иҫкәрмәләр эшләнһә лә, эскелектең ахыры ошо янғын булғандыр ҙа инде, күрәһең.
Янғын күрше йорттарға ла янаған, әммә янғын һүндереүселәр уға таралырға ирек бирмәй.