13.05.2019 Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!
Баймаҡ районы Билал мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Гөлфирә НАРЫНБАЕВА:
Майҙанда аттар сабыша... Тояҡтарынан гүйә уттар сәселә. Шул дөлдөлдәргә ҡарап, күңелемдә уйҙар сабыша. Яҡшы уйҙар, көслө ихтыярлы уйҙар. Эй, сабыш аттары, әкиәттәгеләй, көмөш ялдарығыҙға тотондороп, илем, ерем, туған телем хаҡында уйландырып, әллә ҡайҙарға алып китәһегеҙ. Ә мин – яңы ғына тормош баҫҡыстарына үрмәләй башлаған ябай башҡорт ҡыҙы, алдымда барыһы ла үҙемдән генә торған кеүек. Юҡ, был аттар менән минең кеүек йәштәрҙең киләсәге саба...
Өләсәйем – аҡыл ҡумтаһы. Уның телмәре һоҡланғыс бай: мәҡәлдәр, әйтемдәр, таҡмаҡтар ҡушып һөйләшә. Уларҙы ишетеп, күңелемә һеңдереп барғанмым. Тора-бара үҙемдә лә ижад ҡомарының уяныуын тойҙом. Үҫә килә, илһам ҡанаттары нығынып, хис-тойғоларымды шиғри юлдарҙа сағылдырам. Һис шикһеҙ, башҡорт ғаиләһендә буй еткереүемдең йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ.
Хәҙерге заманда, минеңсә, туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа йәш ғаиләләр яуаплы булырға тейеш. Баланың зиһененә бәләкәй саҡтан һалынған орлоҡ киләсәктә шытып сығасаҡ. Күңелдәрендә рух ҡанаттары үҫһен өсөн уларға биләүҙә саҡта уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай, ҡумыҙ моңдарын, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын ишеттереү мөһим.
Телебеҙҙең хәҙергеһен, киләсәген уйлаған саҡта, бигерәк тә кескәй балаларҙың «атай», «әсәй» тигән донъялағы иң матур һүҙҙәрҙе урыҫса әйтеүе борсой. Быға телевизорҙан көн әйләнәһенә күрһәтелгән йәнһүрәттәрҙе ҡарау булышлыҡ итә. Шуға күрә тәрбиәүи яҡтан бай башҡорт йәнһүрәттәре күберәк булһын ине. Уларҙы башҡорт яҙыусылары, шағирҙарының әҫәрҙәре, халыҡ ижады нигеҙендә төшөрөргә мөмкин.
Башҡорт теленең бөгөнгө хәлен шулай уҡ милли матбуғаттың тиражы кәмеүе аныҡ күрһәтә. Заманында тиҫтәләрсә мең данала баҫылған гәзит-журналдарыбыҙ әле ҡыҙғаныс хәлдә. Заман кешеһе донъя артынан ҡыуғанда рухи аҙыҡты – милли баҫмаларҙы онотмаһын. Шәхси үҫешкә, тормоштағы ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларға ҡараш булдырыуҙа тап сифатлы матбуғатта төрлө жанрҙа яҙылған журналист мәҡәләләре, әҙәби әҫәрҙәр мөһим роль уйнай.
Бер быуатлыҡ тарихы булған «Башҡортостан» гәзитенән, төрлө быуындың күңеленә хуш килерлек «Йәшлек»тән һәм «Шоңҡар»ҙан, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙгән «Киске Өфө»нән, әҙәбиәтебеҙ гәүһәрҙәре менән таныштырған «Ағиҙел»дән, ижтимағи-сәйәси өлкәне яҡтыртҡан «Ватандаш» журналынан замандаштарыбыҙ айырылмаһын ине.
Балаларҙа башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыуға, тәрбиәләп һәм һаҡлап ҡалыуға килгәндә, уларҙы милли матбуғаттан мәхрүм итергә ярамай. Кескәйҙәргә «Аҡбуҙат» журналын, үҫә килә «Йәншишмә» гәзитен, «Аманат»ты алдырыу баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыуға, зиһене үҫешеүенә, туған телдәге телмәре байыуына бик ҙур ярҙам итә. Өҫтәүенә, был гәзит-журналдарҙа йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең ижады баҫыла. Үҙенең яҙмаларын республика баҫмаларында күреп, дәртләнеп, ең һыҙғанып яҙышырға тотонғандар байтаҡ. Әлеге көндә улар араһынан әҙәбиәтебеҙ күгендә балҡыған әҙиптәрҙең күплеге шул хаҡта һөйләй.
Ә мин иһә әлеге ваҡытта берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнәм. Һүҙ ыңғайында шуны әйтеп үткем килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән БДИ үткәрелмәй. Әгәр унан имтихан мотлаҡ булһа, телебеҙҙе яҡшыраҡ белер инек.
Китап – белем шишмәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Китап уҡыу – күңелде байытыу йәһәтенән, рухи аҙыҡ алыуҙың төп сығанаҡтарының береһе. Телебеҙҙең нескәлектәрен һаҡлап ҡалған башҡортса әҫәрҙәрҙең, ғилми хеҙмәттәрҙең киләсәктә күберәк яҙылыуын һәм баҫылыуын теләйем. Әлеге көндә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә барыһының да зауығына яуап бирерҙәй төрлө китап донъя күрә. Уларҙы һатып алып, тыуған көндәргә бүләк итеп биреү ҙә – телебеҙҙе пропагандалауҙа файҙалы аҙым. Был – һәр беребеҙҙең ҡулынан килә торған эш.
Телебеҙгә ҡарата йөрәгемдә ҙур һөйөү, хөрмәт тойғолары йөрөтәм. Ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшә, фекерҙәремде туған телемдә еткерә алғаныма сикһеҙ бәхетлемен. Башҡорт бейеүҙәрен дә күңелемде һалып башҡарам, уларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынам. Тәү сиратта бындай тәрбиә өсөн ғаиләмә рәхмәтлемен. Маҡсатым – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәренә эйә булыу. Туған телебеҙҙең нескәлектәренә төшөнөп, балаларға белем бирергә теләйем.
Беҙ, йәш быуын, Башҡортостандың ышаныслы киләсәге. Үрҙә һанап киткәндәрҙе хәл итеү уртаһында тап беҙ ҡайнарға тейешбеҙ. Беҙ – халҡыбыҙҙың бай тарихлы мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, әҙәбиәтен, телен киләсәк быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырыусы йәш быуын. Һүҙҙәребеҙ оран булып ҡалҡһын, күңелдәрҙә иман нуры балҡыһын, телебеҙ йәшәһен! Бының өсөн яҡты маяҡ булырлыҡ, олатайҙарыбыҙ кеүек баҫҡан урында ут сәсрәтерлек, туған телен яҡларлыҡ, илһөйәр рухлы йәштәр, берҙәм булған халыҡ кәрәк! Эш менән үҙебеҙҙе күрһәтәйек, яҡлайыҡ, башҡорт рухлы балалар тәрбиәләйек!
Майҙанда аттар сабыша... Минең дә күңелдән яҡшы уйҙар, буй еткеһеҙ маҡсаттар сәселә. Ана бит, сабыш аттары финишта, ана-ана! Улар үҙ маҡсаттарына иреште. Улар еңеүсе! Тимәк, тырышһаң, барыһын да булдыраһың. Беҙ ҙә барыһын да булдырасаҡбыҙ!