08.02.2011 Ауыл – ҡалаға, ҡала – ауылға
Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙған ял көндәрендә ит йәрминкәләрендә 20-нән ашыу райондан ауыл халҡы 68 тонна продукция һатты.
һатыусылар иҫәбендә эре ауыл хужалығы етештереүселәре генә түгел, фермерҙар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа булды. 35 тонна һыйыр итенең бер килограмы 180 – 240 һумдан, һарыҡ ите – 170-тән 230 һумға тиклем, йылҡы ите – 160 – 220, диетик тауыҡ ите – 90, сусҡа ите 150 – 200 һумдан һатылды.
ҡулланыусылар баҙарында хаҡтарҙы бер аҙ тотороҡландырыу маҡсатында Өфөлә ҡышҡы ит йәрминкәләре башланды. Киләһе ял көндәрендә ҡала халҡы йәнә запастарын тулыландыра һәм урындағы етештереүселәрҙән сифатлы продукция һатып ала аласаҡ.