08.02.2011 Һунарсылар иғтибарына
Йыртҡыс хайуандар һанын көйләү һәм януарҙарҙың ҡотороуына ҡаршы көрәш маҡсатында республика биләмәһендә 2011 йылдың мартында бүре һәм төлкө тиреләре йыйыла.
Бүре тиреһе өсөн һунарсылар 5 мең һум премия аласаҡ, төлкө тиреһе 500 һумға баһалана.
Саралар «Экология һәм Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстары» республика маҡсатлы программаһын (2004 – 2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклемге осорға) тормошҡа ашырыу сиктәрендә финанслана.
Әле һунарсыларҙан тире ҡабул итеү менән шөғөлләнәсәк ойошманы билдәләүгә конкурс иғлан ителде. Быға ҡағылышлы өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәсми сайтынан (www.mprrb.ru) алырға мөмкин.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.