RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кеше исемен күтәреп йәшә, замандаш!

05.05.2019 Кеше исемен күтәреп йәшә, замандаш!

Мәүлиҙә МӘҒӘФҮРОВА, Әбйәлил районы Буранғол урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы:

Ҡайҙа ғына булһаҡ та, – өйҙәме, мәктәптәме, урамдамы – беҙ үҙ-ара аралашып йәшәйбеҙ. Көндәлек тормошобоҙҙа төрлө хәл-ваҡиға осрап тора. Үҙебеҙҙең кем икәнлекте аҙым һайын раҫлайбыҙ. Беҙ ниндәй кеше? Яҡшымы йәки насармы, ғәмһеҙме йәки иғтибарлымы, киң йәки тар күңеллеме? Өлкәндәрҙе хөрмәтләй беләбеҙме? Кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙме?

Район үҙәгенән ҡайтып киләм. Автобус сәғәт һайын йөрөүгә ҡарамаҫтан, ултырырға урын ҡалмаған. Минән саҡ ҡына һуңға ҡалып, салонға ҙур-ҙур сумкалар тотҡан бер апай килеп инде. Алда ултырған ҡыҙ инеүсегә боролоп та ҡараманы, телефондан күҙен алманы. Эргәләге 11-12 йәштәрҙәге малай ҙа йоҡлағанға һалышты.

Эсеп алған бер ир урамда ҡатынын туҡмай. Бәләкәй генә малайҙары илап тора. Эргәләренән кешеләр үтеп китә. Берәү ҙә бер нимә лә әйтмәй, уларҙы айырмай. Аҙаҡтан был ҡатын оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡты. Уның һау ере ҡалмағайны. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ир, әгәр шунда ҡатынын үлтерһә, үҙен төрмәлә харап итер, балаһын етем ҡалдырыр ине.

Беренсе ваҡиға – беҙгә йыш осрай торған ғәҙәти хәл. Икенсеһе – енәйәт. Ләкин икеһендә лә уртаҡлыҡ бар. Ул – ғәмһеҙлек, битарафлыҡ. Ғәмһеҙлектең башы бына ошо көндәлек тормошобоҙҙағы ваҡ-төйәктәргә барып тоташа. Бөгөн ауыр сумка күтәреп торған әбейҙе күрмәһәң, иртәгә унан да ҙурыраҡ нәмәне шәйләмәүең ихтимал.

Шуныһы ҡыуаныслы: тормошта ғәмһеҙлек менән йәнәшә иғтибарлылыҡ, шәфҡәтлелек йәшәй. Йәмәғәт транспортында үҙ урынын кемгәлер биреп, баҫып барыуҙы берәү үҙе өсөн юғалтыу тип һанаһа, икенселәр өсөн кешене шатландыра алыу – ҙур шатлыҡ. Тормошобоҙҙа киң күңелле, игелекле кешеләр күберәк. Улар һуңғы икмәген башҡалар менән бүлешеүҙән шатлыҡ таба.

Бындай миҫалдарҙы бик күп килтерергә мөмкин. Улар – көнкүрешебеҙҙә иң ғәҙәти ваҡиғалар. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы булайыҡ, дуҫтар. Тормоштан йәм татып, кешеләргә ярҙам итеп йәшәйек. Беҙ ҙә ауыр хәлдә ҡалмаҫбыҙ тип берәү ҙә әйтә алмай. Яҡты йөҙлө, яҡшы һүҙле булыуға ни етә? Ғәмһеҙлек, битарафлыҡ кеүек сифаттар беҙҙе матурламай. Яҡшы кешеләрҙән – үрнәк, ямандарҙан ғибрәт алып йәшәйек.




Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә