05.02.2011 Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаһы ҡаралды
3 февралдә Киров ҡалаһында республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәктәрендә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин алып барҙы.
Кәңәшмәлә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса төбәк программалары тикшерелде һәм 2015 йылға тиклем торлаҡты сафҡа индереү күләмен 1,5 тапҡырға арттырыу перспективаһы ҡаралды.